«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт » Таш ситкә оҙатыла, ә беҙҙә йыртҡыстарса таланған тәбиғәт ҡала



29.10.2018 Таш ситкә оҙатыла, ә беҙҙә йыртҡыстарса таланған тәбиғәт ҡала

Таш ситкә оҙатыла, ә беҙҙә йыртҡыстарса таланған тәбиғәт ҡала
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөнгө хөкүмәт ултырышында (уны онлайн ҡарарға мөмкин ине - https://www.youtube.com/watch?v=ni-941ppPJA&t=2820s) ял көндәрендәге эш сәфәрендә төшөрөлгән видеояҙмаларҙың береһен күрһәтте. Баймаҡ районындағы карьер ине ул. Етәксе әйтеүенсә, шундайҙар Баймаҡта 40-тан ашыу. Хатта көньяҡ-көнсығыш райондарҙың барыһында ла тиерлек бар. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелгәне һуҡыр күҙгә лә күренер ине, моғайын.
– Был – катастрофа, был – булған бөтә ҡағиҙәләр нормаһын да боҙоу, – тине Радий Хәбиров. Ул БР экология министры Илдар Һаҙыевҡа күп кенә ҡәтғи һорау бирҙе һәм, карьерҙарҙан төҙөлөш ташын һатмаһаҡ, яҡшыраҡ булыр ине, тине.
Беҙҙең карьерҙарҙа таш бына инде 20 йыллап соҡола. Был хаҡта Радий Фәрит улына Урал аръяғы башлыҡтары хәбәр иткән. Тәбиғәткә ниндәй зыян килтерелеүе тураһында һөйләп тороу урынһыҙҙыр ҙа, сөнки күп осраҡта законһыҙ алып барылған эштәрҙе башҡарыусылар һәм уларҙың заказсылары өсөн башҡорт урман-тауҙарына ниндәй зарар килһә лә барыбер, күрәһең.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та, таш йыртҡыстарса сығарылған урындар бар, тине. Тимәк, республика етәкселеге был хаҡта бығаса ла белгән.
– Әлеге ваҡытҡа лицензия биреүҙе туҡтатығыҙ! – Радий Фәрит улы карьерҙар проблемаһы менән ныҡлап шөғөлләнергә, тикшереүҙәр башларға ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға