«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ноябрь айына һынамыштар



01.11.2018 Ноябрь айына һынамыштар

Ноябрь айына һынамыштар
- 1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.
- 9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.
- Көҙ аҙағында ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
- Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һыуытыр.
- Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға