«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә законһыҙ пассажир ташыусылар забастовканы туҡтатырға әҙер, ләкин уларҙы конкурсҡа ебәрҙеләр



24.10.2018 Өфөлә законһыҙ пассажир ташыусылар забастовканы туҡтатырға әҙер, ләкин уларҙы конкурсҡа ебәрҙеләр

Өфөлә законһыҙ пассажир ташыусылар забастовканы туҡтатырға әҙер, ләкин уларҙы конкурсҡа ебәрҙеләр
Бөгөн, 24 октябрҙә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа һәм уның Хакимиәтенә шантаж юлы менән баҫым яһарға тырышҡандан һуң, законһыҙ ташыусылар Башҡортостан Хөкүмәтенең транспорт блогына һөйләшергә килде. Улар забастовканы туҡтатырға һәм маршрутҡа сығырға әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Ләкин уларҙың мөрәжәғәте кире ҡағылды һәм ноябрҙә пассажир маршруттарын бүлеү буйынса берҙәм конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде.

«Әлегә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы һәм башҡа легаль ташыусыларҙың автобустары арттырыла. Ноябрҙә баҙарҙа цивилизациялы эшләргә теләгән башҡа ҡатнашыусылар ҙа уларға ҡушыла ала, — тип хәбәр итә агентлыҡ әңгәмәсәһе. — Бының өсөн берҙәм брендинг, аҡ күлдәк кейгән водителдәр, яңы, контроль үткән автобустар менән килергә һәм асыҡ, ғәҙел конкурста еңеп сығырға кәрәк. Бына шул саҡта, рәхим итеп, халыҡты йөрөтөгөҙ».

Шуны билдәләп үтәйек: өҫтәмә транспорт берәмектәрен йәлеп итеү Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта законға ярашһыҙ йөрөгән автобус водителдәренең забастовкаһы эҙемтәләре менән ҙур юғалтыуһыҙ көрәшергә мөмкинлек бирҙе. Әле ҡалала пассажирҙарҙы йәмәғәт транспортында йөрөтөү менән бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға