«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киләһе йылда 121 көн ял итәсәкбеҙ



24.10.2018 Киләһе йылда 121 көн ял итәсәкбеҙ

Киләһе йылда 121 көн ял итәсәкбеҙ
Башҡортостанда 2019 йылда байрам һәм ял көндәрен иҫәпкә алғанда 121 эшләмәгән көн буласаҡ. Төбәк Хеҙмәт министрлығы киләһе йылға эш календарын баҫып сығарҙы.

Атап үткәндә, 5 ғинуар, шәмбе ял көнө 2 майға, кесе йомаға күсерелә. 6 ғинуар йәкшәмбеһе 3 майға, йомаға тура киләсәк. 23 февраль байрам көнө 10 майға, йомаға күсерелә.

Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан халҡы 244 көн эшләй. Иң күп ял көндәре ғинуарға һәм майға тура килә – 14 һәм 13 көн.

Мосолмандарҙың Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары 2019 йылда 4 июнгә һәм 11 авгусҡа тура килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға