«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов Әбйәлил районы башлығы итеп тәғәйенләнде



22.10.2018 «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов Әбйәлил районы башлығы итеп тәғәйенләнде

«Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов Әбйәлил районы башлығы итеп тәғәйенләнде
Башҡортостандың Әбйәлил районында яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Райондың депутаттар Советы ҡарары буйынса бөгөндән муниципалитетты 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты булып һайланған «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов етәкләй.

Ул үҙ вазифаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәлим Солтановты алмаштырҙы.

«Мин Әбәйлил районында тыуып үҫкәнмен, был урын минең өсөн бик мөһим, — тине Илдар Нафиҡов тәғәйенләнгәндән һуң. — Бурысым — район үҫешенә яңы импульс биреү, уның ҙур ҡеүәтен тормошҡа ашырыу».

2018 йылдың сентябрендә район советы депутаттары Әбйәлил районы хакмиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың яҙма ғаризаһы нигеҙендә үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рим Сыңғыҙов район башлығы вазифаһында 2009 йылдан алып эшләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға