«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзитебеҙҙе хәтерләтеп торһон!



23.10.2018 Гәзитебеҙҙе хәтерләтеп торһон!

Гәзитебеҙҙе хәтерләтеп торһон!
“Аҙна һайын – бүләк!” конкурсында был аҙнала Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан Венера Вәлиеваға бәхет йылмайҙы. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.
“Хаттар яҙҙым ултырып,
Ҡағыҙ битен тултырып.
Хатым китә, үҙем ҡалам,
“Йәшлек”тән бүләк көтөп.
Бәлки, был юлы беҙгә бәхет йылмайыр. Төймә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк, тигәндәй, яратҡан баҫмабыҙҙан бүләк алыу үҙе бер иҫтәлек булыр ине”, – тигән ул. Фаяз ағай менән Венера апай Вәлиевтар һигеҙенсе тиҫтәне тултыра икән. Ошо йәштә лә матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуығыҙға “Афарин!” тиергә ҡала. Еңеүселәргә бүләктәрен ал­ырға паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.
Уйын дауам итә, бүләктәр эйәләрен көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға