«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Башҡортомдоң йөҙ йыры”



13.10.2018 “Башҡортомдоң йөҙ йыры”

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Сибай концерт-театр берекмәһе “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип исемләнгән аудиодиск сығарҙы. Был дискыға тупланған башҡорт халыҡ йырҙары бары тик үҙебеҙҙең вокалистар – Сибай филармонияһының йырсылары башҡарыуында ғына яҙҙырылды.
Проекттың авторы концерт-театр берекмәһе директоры – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, музыка етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Йыйынтыҡты мәктәп уҡыусыларына, уҡыу йорттары талиптарына, тел, әҙәбиәт һәм музыка уҡытыусыларына кәрәкле ҡулланма булараҡ дәрестәрҙә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙы өйрәнеүселәр өсөн дә бик кәрәкле сығанаҡ буласаҡ.
Ә инде❤ 4-5 декабрь ❤ Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге драма театры залында







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға