«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вәзәмдең коляскалары матур!



12.10.2018 Вәзәмдең коляскалары матур!

Хәйбулла районы Вәзәм (Бәләкәй Арыҫланғол) ауылында һәр байрам үҙенсәлекле үтә. Республика көнө уңайынан бында Коляскалар парады үтте. Ауыл клубы етәксеһе Гөлназ Сурина ниәтен еткереү менән ҡартатай-оләсәйҙәр, әсәй-атайҙар фантазияларын егеп кемуҙарҙан әҙерләнә башланы. Ниндәй генә арбалар юҡ бында – Ан-2 самолеты, уңыш тейәгән паровоз, бал ҡорто, тутыйғош, сәскә һәм башҡалар.Ә шулай ҙа арбаларҙа иң оҡшағаны — балалар. Беҙҙең киләсәк, Республика киләсәге, халҡым киләсәге.

тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға