«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәгә Ырымбур өлкәһендә Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыласаҡ



04.10.2018 Иртәгә Ырымбур өлкәһендә Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыласаҡ

Иртәгә Ырымбур өлкәһендә Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыласаҡ
5 октябрҙә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ильяс ауылында башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыу тантанаһы була.

Стелала яҙыусының портреты, әҫәрҙәренең геройҙары һүрәтләнгән һәм уның хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙылған. Яҙыусының 130 йыллығына арналған сараларҙа тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға