«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маринадланған аҡ бәшмәк



27.09.2018 Маринадланған аҡ бәшмәк

Маринадланған  аҡ бәшмәк
1 л һыуға 100 мл аш һеркәһе, 50 г тоҙ (өймәләм 2 ҡалаҡ), 1 лавр япрағы, 5 бөртөк ҡара борос, 3 бөртөк еҫле борос кәрәк. Бәшмәкте таҙалап йыуғас, 10 минут тирәһе бешерергә. Һуңынан һарҡытып, һалҡын һыу менән сайҡатырға.
Маринад түбәндәгесә әҙерләнә: һыуға тоҙ, аш һеркәһе, тәмләткестәр һалып ҡайнатыр­ға. Әҙер маринадҡа бәшмәктәрҙе һалып, улар һауыттың төбөнә ултырғансы бешерегеҙ. Бәшмәк әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә сыҡҡансы маринад ҡойоп, ҡапҡастар менән ҡапларға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға