«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көҙгө йәрминкәгә килегеҙ!



13.09.2018 Көҙгө йәрминкәгә килегеҙ!

Көҙгө йәрминкәгә килегеҙ!
Ял көндәрендә Өфөлә йәрминкәләрҙә көҙгө уңыш һатыу ойоштороласаҡ. Улар иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 4-тә тиклем эшләйәсәк.

Шәмбелә, 15 сентябрҙа үтәсәк йәрминкәләр:
- Дим биҫтәһендә, "Магнит" гипермаркеты алдында (Дағстан урамы, 2),
- Ленин районында, Солтанов урамы, 2 адресы янындағы боролош ҡулсаһы майҙансығында,
- Затонда - "Волна" скверы алдында,
— Орджоникидзе районында, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе Май урамы, 14),
- Совет районында, Йәштәр һарайы янында (Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 21)
Был көндө Спорт һарайы алдындағы майҙанда ҙур бал фестивале уҙасаҡ.

Шәмбе һәм йәкшәмбелә йәрминкәләр Черниковкала Интернациональ һәм Машиналар төҙөүселәр урамы сатында, Инорста - Мушников-Баландин киҫелешендә ойоштороласаҡ.

Әле көндәр йылы торғас, йәрминкәләрҙә ит һәм һөт ризыҡтары һатыу тыйыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға