«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә донъя күскенселәр уйындарында Башкортостан өсөнсө урын яуланы



13.09.2018 Бөтә донъя күскенселәр уйындарында Башкортостан өсөнсө урын яуланы

Бөтә донъя күскенселәр уйындарында Башкортостан өсөнсө урын яуланы
Ҡырғыҙстанда үткән был матур спорт сараһында донъяның 74 иленән 1900 кеше ҡатнашты. Башҡортостандың 36 кешенән торған йыйылма командаһы унда өсөнсө урын яуланы.
Тәүге урынды ҡырғыҙҙар алды (йөҙ миҙалдан - 40 алтын, 30 көмөш һәм 30 бронза). Икенселә - ҡаҙаҡтар (69 миҙалдан 16 алтын, 24 көмөш, 29 бронза). Рәсәй өсөнсөлә - беҙҙекеләр 16 алтын, 11 көмөш, 25 бронзаға лайыҡ булып, йәмғеһе 52 миҙал яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға