«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урмансылар паркында Журналистар аллеяһы буласаҡ!



10.09.2018 Урмансылар паркында Журналистар аллеяһы буласаҡ!

Урмансылар паркында Журналистар аллеяһы буласаҡ!
Иртәгә, 11 сентябрҙа Өфөнөң Башҡортостан урмансылары паркында БР Журналистар союзы бик матур акция үткәрәсәк. Радио-телевидение, интернет, гәзит-журналдарҙа эшләүселәр бында Журналистар аллеяһы ултыртасаҡ.
Акция барыбыҙҙа ла бергә бәйләгән ижади ойошманың - Рәсәй Журналистар союзының бер быуатлыҡ юбилейына арнала. Парк етәкселеге беҙгә ярҙамға килде һәм идеяны дәррәү ҡабул итте.

Сара 11 сентябрҙа, иртәнге сәғәт 10-да башлана. Йыйылыу урыны - парктың "Спорт" майҙансығы. Үҫентеләрҙе, көрәк-маҙарҙы үҙҙәре бирәсәктәр.

Бәйләнеш өсөн:
276-42-66 (Журналистар союзыныҡы) һәм 8-937-317-75-57 (Айрат Рим улы Исҡәндәров) телефон һандарын йыйығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға