«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матур байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!



10.09.2018 Матур байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Матур байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Бөгөн Башҡортостандың_халыҡ_шағиры, билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист, 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры,Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың күркәм юбилейы!

Әҙибәне матур байрамы - 70 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға