«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлил "шурави"ҙарына арнала



03.08.2018 Әбйәлил "шурави"ҙарына арнала

Әбйәлил "шурави"ҙарына арнала
2 августа Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ла һәйкәл асылды. Ул яугир-интернационалсыларға арналған һәм ярты ай дауамында ҡоролған.
Район хакимиәте Афған ветерандарының тәҡдимен ҡеүәтләп, ярҙам иткән.
Әбйәлил еренән Афғанға 152 һалдат һәм офицер оҙатылған. Дүрт яугир - Хәлил Абдулхаҡов, Айҙар Әхмәтйәнов, Вафир Әхмәтҡужин һәм Илгиз Хәйризаманов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Әлеге көндә ДРА-ла хеҙмәт иткән "шурави"ҙарҙың 92-һе тере.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға