«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡандры моряктарына бағышлана



01.08.2018 Ҡандры моряктарына бағышлана

Ҡандры моряктарына бағышлана
Үткән йәкшәмбелә илебеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр РФ Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн шаулатып билдәләне. Ошо күркәм ваҡиға айҡанлы, Туймазы районының Ҡандры ауылында Дан аллеяһында монумент асылды.
Ул мәрмәр плитәнән, өҫтөндә ятҡан таштан, уға нығытылған сылбырлы адмиралтейский якорҙан тора. Таштағы табличкаға елкәнле карап төшөрөлгән, беренсе рус императоры, Рәсәй флотына нигеҙ һалыусы Петр I-нең «Морским судам быть...» тигән һүҙҙәре яҙылған.
Районда диңгеҙ-океандар юҡ, иң ҙур һыу ятҡылығы Ҡандрыкүл бүлһа ла, бында моряктар күп. Улар һәйкәлде үҙ аҡсаларына эшләне. Урындағы Хәрби дан музейында диңгеҙселәрҙең мөйөшө лә булдырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға