«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ашҡабаҡлы мантыйҙар



01.08.2018 Ашҡабаҡлы мантыйҙар

Ашҡабаҡлы мантыйҙар
2008 йылды хәтерләйһегеҙме? Ҡоролоҡ булғайны. Шунан алып алты йыл рәттән баҡсабыҙҙа бәрәңге уңманы. Элек тоҡлап ултырған ризыҡты һатып алыуы әллә нисек тойола торғайны. Ә ашағы килә. Икенсе икмәк ине бит ул, нисек кенә төрләндереп бешермәй торғайныҡ!
Бәрәңге булмағас, беҙ шул йылдарҙа ашҡабаҡлы мантыйҙар бешереп ашай башланыҡ. Тәүҙә әллә нисек кеүек тойолһа ла, аҙаҡ өйрәнеп киттек. Хатта хәҙер ҙә, бәрәңге булғанда ла, һирәкләп бешереп алам.
Бер стакан йылымыс һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һалып бутайым да, ярты колограмм тирәһе он менән йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫам. Эслек әҙерләгәнсе уны йылы урынға ҡуйып торорға кәрәк.
500 грамм артыҡ майлы булмаған ит фаршына 4 баш һыуған, 500 грамм тирәһе таҙартылған ашҡабаҡ турап һалырға, самалап тоҙ, борос һибеп, яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп мантыйҙар яһайбыҙ. Майлыраҡ булһын тиһәгеҙ, һәр береһенә бал ҡалағы менән иретелгән һары май һалып сығырға була.
Әҙер мантыйҙарҙы парҙа 40 минут тирәһе бешереп алырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға