«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡабарҙы-Балҡарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме тау түбәһенә бирелде



11.07.2018 Ҡабарҙы-Балҡарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме тау түбәһенә бирелде

Ҡабарҙы-Балҡарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме тау түбәһенә бирелде
43 градус, 10 минут, 747 секунд төньяҡ киңлек. 42 градус, 57 минут, 700 секунд көнсығыш оҙонлоҡ. Был Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығында Мостай Кәрим түбәһе координаталары. Түбәнең бейеклеге – 3555 метр.
7 июлдә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-се яртыла тау башына Башҡортостан һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан альпинистар төркөмө күтәрелде. Улар исемһеҙ түбәгә башҡорт халыҡ шағиры, һуғыш ветераны һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим исемен бирҙе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе бөйөк шағирҙың 2019 йылда билдәләнәсәк 100 йыллығына арналған проектты Хөкүмәт, Ҡабарҙы-Балҡарҙың йәмәғәт ойошмалары булышлығында тормошҡа ашырҙы. Экспедицияла Башҡортостандан Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе рәйесе, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планета — Башҡортостан» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Александр Лынник, сәйәхәтсе Валерий Деев ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға