«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуҙың сираттағы ҡорбаны...



06.07.2018 Һыуҙың сираттағы ҡорбаны...

Һыуҙың сираттағы ҡорбаны...
Бөгөн иртәнге сәғәт 5 тирәһендә Краснокама районында тотош ғаилә һыуҙа батып юҡҡа сыҡты.
Ағиҙел ҡалаһынан Сауыҙ күленә ял итергә килгән 35 йәшлек ир, 33 йәшлек ҡатын һәм йәш ярымлыҡ улдары менән ВАЗ-2115 машинаһында йоҡлаған. Төндә автомобиль күл төбөнә киткән.
Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән, машинаны һәм кәүҙәләрҙе Дүртөйлө володаздары алып сыҡҡан.
Әйткәндәй бындай фажиғә былтыр Хәйбулла районында ла булды. Унда ла бәләкәй балалы ир һәм ҡатын һыуҙа һәләк булдылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға