«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



02.07.2018 Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде

Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде
Хәҙер:
- Башҡортостан флагы республиканың бөтә мәктәптәрендә лә эленеп торорға йәки мәктәп биләмәһенә урынлаштырылырға тейеш;
- күп кеше ҡатнашлығында саралар уҙғарғанда (мәҫәлән, спорт) флагты күтәрергә кәрәк;
- яңы уҡыу йылы башланған көндө, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы сараларҙа уҡыусылар республика гимнын башҡарасаҡ.

Хәҙер һәйкәлдәрҙе асҡанда, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡанда һәм япҡанда ла гимнды башҡарыу мотлаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға