«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлаясаҡ



07.06.2018 «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлаясаҡ

«Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлаясаҡ
Республикала «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлай. Инициаторы – Башҡортостандың «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы.

Сайтта республиканың иҫ киткес кешеләре тураһында мәғлүмәти материалдар (биографиялары, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр) урынлаштырыу күҙаллана.

Ҡулъяҙмалар (шул иҫәптән һүрәттәр) электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru.

Килгән материалдар нигеҙендә 2018 йылдың 31 авгусына тиклем электрон ресурстың һынау төрөн эшләтеп ебәреү күҙаллана. Ул артабан камиллашасаҡ һәм тулыланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға