«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Өс таған"да төшөр өсөн малайҙар һәм ҡыҙҙар кәрәк!



06.06.2018 "Өс таған"да төшөр өсөн малайҙар һәм ҡыҙҙар кәрәк!

"Өс таған"да төшөр өсөн малайҙар һәм ҡыҙҙар кәрәк!Иртәгә, 7 июндә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 5-кә тиклем "Башҡортостан" киностудияһында "Өс таған" тулы метражлы нәфис фильмда төшөү өсөн ҙур һайлап алыу үтәсәк. Төп һәм эпизод ролдәре өсөн башҡортса таҙа һөйләшкән 10-12 йәшлек малайҙар һәм 6-8 йәшлек ҡыҙҙар кәрәк.
Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Уны "Башҡортостан" киностудияһы «Аскарфильм» кинокомпанияһы менән берлектә йәйгеһен төшөрәсәк. Режиссеры - Айнур Асҡаров.
Белешмә өсөн телефон: 8-927-309-55-00.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға