«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наҙайыл һыуыҡ



30.05.2018 Наҙайыл һыуыҡ

Наҙайыл һыуыҡ
Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ике көн һаҡлана әле. Ямғыр, ел һәм төнгө ҡырауҙар бөтә республика буйлап күҙәтелә.

Ҡыҫҡа ваҡытлы йылытыу 30 һәм 31 майҙа көндөҙөн фараз ителә. Һауа температураһы 20 градусҡаса йылына. Бер аҙ яуым-төшөм көтөлә.

Ә бына оҙаҡ ваҡытлы йәйге йылы, синоптиктарҙың фараздары буйынса, Башҡортостанға киләһе аҙнала килә. Егерме градуслы эҫе төбәктә дүрт-биш көн тора, һуңынан йәнә һыуыҡ көндәр менән алмашына







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға