«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишейҙәр гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто!



29.05.2018 Ишейҙәр гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто!

Ишейҙәр гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто!
"Бөгөн Баймаҡ районы Ишей ауылында матур йолаға әйләнгән "Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!" исеме аҫтында матур сара үтте. Ауылдаштарыбыҙ "Йәшлек" гәзитенә яҙылып, балалар баҡсаһы, мәктәп, китапхана, клуб һәм почта хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүләктәрҙе алып, ҡыуанып ҡайтты. "Йәшлек"кә 14 кеше яҙылды, йәмғеһе 24 кеше алдырасаҡ.
Төпкөл генә ауыл булыуына ҡарамаҫтан ауыл халҡы матбуғат менән бәйләнешен өҙмәй, киреһенсә нығыта бара. Март айында район гәзиттәре "Һаҡмар"ға ла шулай итеп яҙылыу үткәрелгәйне", - тип хәбәр итте беҙгә Лилиә Мусина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға