«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды



28.05.2018 Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды

Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов 49 йәшендә яҡты донъянан китте.
Ул Бөрйән районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә эшләне. Ул беҙгә сағыу ролдәре, Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелгән "Күңелле йәшәйбеҙ" тележурналы аша таныш.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә иртәнге сәғәт 10-да була.
Азамат Хәлиловтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға