«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спорт » Семён Елистратовҡа «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде



10.04.2018 Семён Елистратовҡа «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде

Семён Елистратовҡа «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде
2018 йылда Пхенчхандағы Олимпия уйындары призеры Семен Елистратов «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы знак менән бүләкләнде. Өфө шорт-трексыһына лайыҡлы награданы республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тапшырҙы. Шулай уҡ шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы остазы һәм Семен Елистратовтың тренеры Андрей Максимов «Башҡортостандың иң яҡшы тренеры» исеменә лайыҡ булды.

Коньяҡ Кореяла яулаған олимпия бронзаһынан тыш, был миҙгелдә Башҡортостан спортсыһы шулай уҡ Канадала Донъя чемпионатында өс бронза награда һәм Рәсәй чемпионатында ике алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға