«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 8 март менән!



08.03.2019 8 март менән!


Донъя биҙәге ул ҡатын ҡыҙҙар,
Нәзәкәтлек менән нур һибә.
Бар булмышын, барлыҡ көс-ҡеүәтен
Ошо ерҙе йәмләүгә бирә.

Тәбиғәттең барлыҡ сихри көсө
Күскән ҡатын-ҡыҙҙың күҙенә.
Тимерҙәй ныҡ, әммә елдәй йомшаҡ,
Йыр-моң ята күңел түрендә.

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге торош
Мөғжизәгә, тылсым көсөнә.
Бар тәбиғәт биргән матурлығын
Ерҙе биҙәр заттың үҙенә.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға