«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Етегән" конкурсында ҡатнашайыҡ!



01.02.2018 "Етегән" конкурсында ҡатнашайыҡ!

"Етегән" конкурсында ҡатнашайыҡ!
Башҡортостанда Ғаилә йылында "Етегән" конкурсына старт бирелде. Бәйгелә һәр кем ҡатнаша ала, ул ете номинацияла уҙғарыла.
— Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү
— Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу
— Иң яҡшы бейеү (дуэт)
— Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)
— Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар
— Һөйөү темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр
— Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Ижади эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән ulya2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға