«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Журналистика – беҙҙең яҙмыш



15.01.2018 Журналистика – беҙҙең яҙмыш

Журналистика – беҙҙең яҙмыш2018 йыл гәзит-журнал, радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн иҫтәлекле йыл – барыбыҙҙы ла берләштергән Рәсәй Журналистар союзы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.
Ижади берекмәнең тарихы совет журналистарының 1918 йылдың 13 ноябрендә үткәрелгән тәүге съезынан башлана. Ошоно күҙ уңында тотоп, БР Журналистар союзы “Журналистика – беҙҙең яҙмыш” тип аталған конкурс иғлан итте.
Ижади бәйгегә темаға ярашлы һәм төрлө жанрлы эштәр ҡабул ителә. Очерк, мемуарҙар, интервью, мәҡәләләр, телевидение һәм радио сюжеттары, журналистар һәм тармаҡ тураһында китап формаһында булыуы мөмкин. Улар 2018 йылдың 13 ғинуарынан – Рәсәй матбуғаты көнөнән алып 14 июнгә – Республика матбуғаты көнөнә тиклем донъя күрергә тейеш. Ғаризалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс тураһында мәғлүмәт, положение сжрб.рф адресы буйынса БР Журналистар союзы сайтына ҡуйылған. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Эштәр 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 13 (“Матбуғат йорто” туҡталышы), 10-сы ҡат, 1007-се офис (телефон: (347) 276-42-66, электрон почта: journalist-rb@yandex.ru) адресы буйынса ҡабул ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға