«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләктәр яратҡан баҫмағыҙҙы хәтерләтеп торһон!



19.12.2017 Бүләктәр яратҡан баҫмағыҙҙы хәтерләтеп торһон!

Бүләктәр яратҡан баҫмағыҙҙы хәтерләтеп торһон!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала салат һауыттары йыйылмаһын Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Фәрит ӘҘЕҺӘМОВ менән Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Рим ХИСАМЕТДИНОВ отто.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға