«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләктәр әбйәлилдәргә эләкте!



15.11.2017 Бүләктәр әбйәлилдәргә эләкте!

Бүләктәр әбйәлилдәргә эләкте!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнаның еңеүселәре – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Ф. РАМАҘАНОВА менән ошо уҡ райондың Аслай ауылынан Фәниә МАНСУРОВА. Улар салат һауыттары йыйылмаһы һәм сәйнүк менән бүләкләнә.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға