«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балан ҡуйырығы (повидло)



15.11.2017 Балан ҡуйырығы (повидло)

Балан ҡуйырығы (повидло)
Баланды тәлгәше менән йыйып алғас, бөртөкләп тирергә. Һалҡын һыу менән сайһаң, ваҡ сүбе һыу өҫтөнә ҡалҡа. Емеш менән 5 литрлыҡ кәстрүлде саҡ ҡына тултырмайым. Өҫтөнә ярты литр һыу ҡоям да, талғын утҡа бешерергә ҡуям. Ҡайнап сығып ҡына килһә, алам. Ныҡ бешһә, төҫө бурһыу булып китә, ә былай баландың үҙ төҫө һаҡлана. Дуршлаг йәки эре тишекле иләк аша баланды һығып сығарам. Һөйәге һөҙөлөп ҡала. Шул массаға өлөшкә өлөш шәкәр һалам да, тағы бер өлөш шәкәр өҫтәп, ул иреп бөтһөн өсөн болғатып ултыртып ҡуям. Шунан табаҡты талғын утҡа ҡуйып, бер аҙ ҡайнатам. Оҙаҡ бешерергә кәрәкмәй. Төҫө һаҡлана. Повидло ҡатҡылыраҡ булһын тиһәң, һыуҙы әҙерәк ҡойорға мөмкин.

Таңһылыу Вәлиева.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға