«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулай



02.08.2017 Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулай

Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулайРежиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмының бөтә Рәсәй буйынса прокаты дауам итә.
Бөгөн ул «Ленфильм» студияһы (Санкт-Петербург) кинотеатрында күрһәтеләсәк, 3 августа иһә Мәскәү Арбатының «Октябрь» кинотеатрында ҡуйыласаҡ.
Фильм Рәсәйҙең йәмғеһе 71 ҡалаһы, шул иҫәптән Феодосия (Ҡырым), Ҡазан, Новосибирск, Силәбе, Сургут, Тула, Донецк, Дондағы Ростов, Һамар тамашасыларына тәҡдим ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға