«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Легендар диктор Рәсимә Кәримова вафат булды



21.06.2017 Легендар диктор Рәсимә Кәримова вафат булды

Легендар диктор Рәсимә Кәримова вафат булдыРәсимә Сәғит ҡыҙы Учалы районының Туңғатар ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова башҡорт телевидениеның тәүге дикторы. 30 йыл ғүмерен яратҡан эшенә арнай.
Меңләгән тамашасы уны "Панорама", "Яңы йыл уттары", "Биш йыллыҡ аҙымдары", "Сәнғәт оҫталары", "Йыл миҙгелдәре", "Беҙҙең замандаш" тапшырыуҙарын, байрам демонстрацияларынан репортаждар алып барыусы булараҡ белә.
Рәсимә Сәғит ҡыҙы һуңғы йылдарҙа "Башҡортостан радиоһында" диктор булып эшләне.
Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға