«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт дәүләт университетында - Матбуғат фестивале!



19.04.2017 Башҡорт дәүләт университетында - Матбуғат фестивале!

Башҡорт дәүләт университетында - Матбуғат фестивале!
Бөгөн БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Матбуғат фестивале башланды.
Программала киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу, билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев студенттар менән авторлыҡ журналистикаһы мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләй. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Артём Вәлиев мәғлүмәт агентлығының яңы проекты менән таныштыра.

Фестиваль барышында «Хәҙерге журналистың портреты: мифтар һәм ысынбарлыҡ» тигән темаға фекер алышыу майҙансығын ойоштороу, шулай уҡ студенттарҙың университет ректоры Николай Морозкин менән интервьюһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының презентацияһы ҡаралған.

Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов төшөргән фотоларҙа фестивалде асыу күренештәре







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға