«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Эҙем яҡшы булһын тип...



13.03.2017 Эҙем яҡшы булһын тип...

Эҙем яҡшы булһын тип...Мин ябай кешемен. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, яҡын кешеләрем бар. Уларҙың бөтәһе лә мине бәхетле итә. Иртәнсәк ҡалҡҡан ҡояш, төндә тәҙрә аша төшкән ай нурҙары, йәшел келәм кеүек үлән, ләйсән ямғыр, төрлө төҫтә сағылған йәйғор, алтын япраҡтар, ҡоштар һайрауы, беренсе ҡар, яҡындарымдың йылмайыуы миңә бәхет өҫтәй…

Иртән тороу менән яңы көнгә ҡыуанам. Тышҡа сы­ғып, тәбиғәт матурлығына һоҡланып тора биргәс, үҙ-үҙемә: “Беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ? Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?” – тип һорау бирәм.
Оҙаҡ уйланғандан һуң: “Кеше үҙ маҡсаттарына ирешер, хыялдарын тор­мош­ҡа ашырыр, ғөмүмән, бәхетле булыр өсөн йә­шәй!” – тигән һығымтаға киләм.
Һәр тере йән эйәһе йөрәк йылыһына, ҡыуаныстарға, наҙға, яратыуға мохтаж. Ошо талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн дә кеше йәшәй. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешеү – беҙҙең йәшәү мәғәнәбеҙ.
Кешеләрҙең күп һәм төрлө маҡсаты була. Бала саҡтан алып олоғайғансы кеше үҙенә йүнәлеш ҡуйып йәшәй һәм уларға ирешеүҙе йәшәү мәғәнәһе итә. Кемдер бала сағында ниндәйҙер һөнәргә өйрәнергә, кемгәлер оҡшарға теләһә, ҙурая килә уның ниәттәре үҙгәрә. Уҡып бөтөп, эш табырға, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, киләсәгенә бәхетле ҡартлыҡ теләй башлай. Берәүҙәргә юғары уҡыу йортона инергә кәрәк, икенселәр күңеленә ятҡан эш таба алмай яфалана, өсөнсөләр бәхетле ғаилә ҡорорға хыяллана, бәғзеләрен матди байлыҡ ҡына ҡыҙыҡтыра. Ошоларҙың барыһы ла – кешенең йәшәү мәғәнәһе.
Минең дә хыялдарым, маҡсаттарым бик күп. Әлегә иң мөһиме – тел белгесе булып китеү. Киләсәктә үҙемде яҡшы тәржемәсе итеп күрәм. Башҡорт телен төптән өйрәнгем килә. Сөнки хәҙер туған телен онотоп, рус телен яҡын иткән башҡорттар күбәйҙе. Тел юғалһа, халыҡ та юҡҡа сыға. Үҙ милләтемдең юҡҡа сығыуын теләмәйем. Шунлыҡтан телем тарихын өйрәнеүҙе, йәштәрҙе үҙ иленең патриоттары булыр­ға әйҙәүҙе төп талаптарҙың береһе итеп ҡуям. Бының өсөн миңә сит телде юғары кимәлдә үҙләштерергә кәрәк. Шуға ла мәктәптә тырышып уҡыуҙы, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙе, инглиз телен яҡшы итеп үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын.
Әле мин 10-сы класта белем алам. Туған мәктәбемдән, яратҡан класташтарымдан, хөрмәт иткән уҡытыусыларымдан айы­ры­лыр­ға күп тә ваҡыт ҡалманы…
Был донъяла һәр кемдән эҙ ҡала. Ул яҡшымы, насармы, һәр кемдең үҙенән генә тора. Минән дә яҡындарым ғорурланырлыҡ эҙ ҡалыуын теләйем.

Яҙгөл ҒӘЛИМЙӘНОВА,
Өмөтбай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға