«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дөгө бәлеше



06.03.2017 Дөгө бәлеше

Дөгө бәлеше1 стакан йылы һөткә 200 грам иретелгән аҡ май, 50 грамм шәкәр, самалап тоҙ, 3 йомортҡа, 10 грамм ҡоро сүпрә һалып бутап, яйлап ҡына он һала-һала уртаса ҡатылыҡтағы ҡамыр баҫырға. Эслек әҙер булғансы уны йылы урынға ултыртып торор­ға кәрәк.
Эслек өсөн 3 стакан дөгө ярмаһын тоҙло һыуҙа 10 минут тирәһе бүрттереп алырға ла (уттан алғас, тағы ла 5 минут ҡайнар һыуҙа тоторға була), һалҡын һыу менән сайҡатырға. Уға 300 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, сама менән шәкәр, эҫе һыуҙа ебетелгән күрәгә, йөҙөм, ҡара емеш һалып бутарға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙур һәм бәләкәйерәк йәймәләр йәйергә. Ҙурын майлан­ған табаның ситтәренә сығырлыҡ итеп йәйеп, эслекте һалыр­ға. Өҫтөнә икенсе йәймәне йәйеп, ситтәрен йәбештерергә.
Бәлеште 45 минутҡа духовкаға бешерергә ҡуйырға. Төҫө матур булһын өсөн бешер алдынан ғына өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһы һөртөргә була.

Г. ҠЫУАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға