«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ОЛО ЮҒАЛТЫУ



15.03.2019 ОЛО ЮҒАЛТЫУ


Әхмәт Сөләймәнов ағайға бағышлайым.


Бөгөн Башҡортостаным күгенән
Иң сағыу бер йондоҙ атылды,
Был йондоҙҙан халҡым күңелендә
Юйылмаҫ бер яҡты эҙ ҡалды.

Йондоҙ ғына түгел Ҡояш инең,
Үҙең бит һин инең бер генә!
Һинең хаҡта белгән кешеләрҙең
Йөрәктәре меңгә бүленә.

Башҡортом, тип яндың ғүмер буйы,
Йыйҙың ауыҙ-теле ижадын,
Халҡым өсөн, милләтем өсөн тип
Талпынды бит ике ҡанатың.

Һине мин өс күрҙем Әхмәт ағай,
Сәсәндәрҙе эҙләп йөрөгәндә,
Айҙар Байыҡ, Салауат илендә,
Өфөлә, Ғафури ерендә.

Өс кенә күрһәм дә күңелемдең
Иң түрендә һинең урының,
Әҙәби мираҫтың яланында
Усаҡ яҡҡан башҡорт улының.

Үҙ эштәрең, изге ғәмәл менән
Яуланың һин оло хөрмәтте,
Алтын мираҫ итеп һаҡлар халҡым
Һин ҡалдырған оло хеҙмәтте.

Исемеңде милләт алтын хәреф менән
Яҙыр Әҙәбиәт күгенә,
Һин баһалар биргән Сәсәнлек тә
Ишек шаҡый илгә керергә.

Оҙатырға бара алмаһам да
Ғафуриҙән һалам сәләмем,
Яңынан яҡттыртып киттең бит һин
Һүнеп торған Сәсән шәмдәлен..

Тыныс йоҡла, ҡәҙерле уҙаман,
Күңел яҡын иткән ағайым,
Әхмәт Мөхәмәтвәли рухына
Изге доғаларым ҡылайым..
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
22. 11 2016





Автор: Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға