«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янығыҙҙа һәр саҡ булһын



19.11.2016 Янығыҙҙа һәр саҡ булһын

Янығыҙҙа һәр саҡ булһынАш һеркәһе һәр хужабикәнең өйөндә бар. Кулинар ризыҡтар әҙерләгәндә генә түгел, башҡа маҡсатта ла ҡулланыла ул.

- Бер аҙ һыу ҡушылған аш һеркәһе һипһәгеҙ, түтәлдәрегеҙ эргәһендә сүп үләндәре күренмәҫ.
- Кейемдең тир һеңгән урынын аш һеркәһенә мансып 10 минут тотоп алһағыҙ, таптарҙың эҙе лә ҡалмаҫ.
- Ангинаны дауаларға була. Бер ҡалаҡ алма һеркәһенә бер стакан һыу ҡойоғоҙ ҙа, тамағығыҙҙы сайҡағыҙ.
- Аш һеркәһе сәс бәлзәмен дә алмаштыра. Сәсегеҙҙе шундай һыу менән сайҡатһағыҙ, ҡауаҡ та булмаҫ, тарауы ла еңеләйер.
- Ауыр физик эштән һуң тәнде яҙып та булмай, ауырта. Сөнки быуындарҙа һөт кислотаһы йыйыла. Ауыртыныуҙы баҫыу өсөн бер стакан һыуға 3 ҡалаҡ аш һеркәһе һалып, компресс эшләгеҙ.
- Тутыҡҡан сөйҙәрҙе, гайкаларҙы аш һеркәһендә ҡайнатһағыҙ, туты ҡалмаҫ.
- Аш һеркәһенә мансылған сепрәк менән һыуытҡысты, шкафтар­ҙы, ярмалар һалынған контейнерҙарҙы һөртөп алһағыҙ, бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.
- Аш һеркәһе унитаз, раковиналарҙағы юшҡынды ла яҡшы таҙарта.
- Йыуғанда кейемдең төҫө уңмаһын тиһәгеҙ, порошок менән бергә һыуға бер ҡалаҡ аш һеркәһе һалығыҙ.
- Өйөгөҙгә ҡырмыҫҡа эйәләһә, улар йөрөгән урындарға аш һеркәһе һиптереп сығығыҙ.
- Сәскәләр оҙаҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, 1 литр һыуға 2 ҡалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, шул һыуға ултыртығыҙ.
- Тырнаҡтарҙағы бәшмәк ауырыуын профилактикалауҙа ла аш һеркәһе иретмәһе яҡшы сара. Ҡулдарығыҙҙы, аяҡтарығыҙҙы көн дә 15 – 20 минут ошо һыуҙа тотоғоҙ.
- Канализация торбалары тығылһа, аш һеркәһе ярҙамға килер. Раковинаға ярты стакан сода һалып, уның өҫтөнә ярты стакан һеркә ҡойоғоҙ. 30 минуттан ҡайнап торған һыу ағыҙығыҙ. Насар еҫ бөтөр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға