«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу » “Йәшлек”, Тайыш, Памир...



27.05.2016 “Йәшлек”, Тайыш, Памир...

“Йәшлек”, Тайыш, Памир...
Был аҙнала « Аҙна һайын – бүләк!» уйыны еңеүсеһе – Мәсетле районының Тайыш ауылынан Памир Ҡәҙербирҙин. Уға пикник өсөн һауыттар йыйылмаһын бүләк итәбеҙ. Бүләкте килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН кәрәк буласаҡ.
Памир олатай даланлы кешелер инде, күрәһең. Ул бер нисә йыл элек «Йәшлек»-фараз» конкурсының да еңеүсеһе булғайны. «80 йәшкә яҡынлаһам да һаман да «Йәшлек» кә яҙылам, яратып уҡыйым. Бер бүләк отҡаның етмәгәнме, ҡартлас, тиерһегеҙ инде, бәхетемде һынап ҡарайым әле», – тип яҙған ул. Беҙҙән айырылмағыҙ шулай. Бына бит гәзитле лә, бүләкле лә булдығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға