«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәһеҙ малайҙы белеүселәр бармы?



24.08.2010 Билдәһеҙ малайҙы белеүселәр бармы?

Билдәһеҙ малайҙы белеүселәр бармы?31 июлдә ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы эргәһенән үткән Булгаков – Бекетов трассаһында билдәһеҙ малай табыл­ған.
Бала һөйләшмәй, шунлыҡтан уның үҙенең һәм ата-әсәһенең кемлеген белеп булмай.
Баланың билдәләре: ҡарап тороуға 5 – 6 йәш, буйы – 90 – 95 см, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле. «Тачки» мультфильмынан төшөрөлгән һүрәтле ҡарағусҡыл һары төҫтәге футболка, күк төҫтәге шаҡмаҡлы шортик, аяғына ҡара төҫтәге кроссовка кейгән.
Был баланы һәм уның ата-әсәһе тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, милицияға түбәндәге телефон буйынса шылтыратығыҙ: (34765) 2-10-83, 2-12-02 йәки үҙегеҙгә яҡын милиция бүлегенә.
БР буйынса Эске эштәр
министрлығының матбуғат хеҙмәте
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға