«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу » Р.Р. Ваһапова - был аҙнаның «Аҙна һайын – бүләк» уйыны еңеүсеһе!



21.04.2016 Р.Р. Ваһапова - был аҙнаның «Аҙна һайын – бүләк» уйыны еңеүсеһе!

Р.Р. Ваһапова -  был аҙнаның «Аҙна һайын – бүләк» уйыны еңеүсеһе!Бөгөн, 21 апрелдә "Йәшлек" гәзите редакцияһында был аҙнаның «Аҙна һайын – бүләк» уйыны еңеүсеһе билдәләнде.

Өфөлә йәшәгән Айнур Мөғинов исемле егет килгән хаттар араһынан еңеүсене һайлап алды. Ул - Ишембай районының Верхотор ауылында йәшәүсе Р.Р. Ваһапова булды!
Үкенескә күрә апай исемен яҙмаған, телефонын да күрһәтмәгән. редакция менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ. Еңеүсе "Йәшлек"кә һәм "Торатау" гәзитенә яҙылып, квитанцияларын ебәргән. Еңеүсене билдәләүҙе күрһәткән видеоны "Бәйләнештә" селтәрендәге беҙҙең төркөмгә инеп ҡарағыҙ.

Ваһапова апайға шешлек әҙерләү өсөн мангал тәтене. 1 май етеп килә, сап-самый йәтеш бүләк булды. Гәзиткә әүҙемерәк яҙылығыҙ, әле килгән хаттар бик аҙ, тиҫтәнән ашмай. елле бүләктәр күп әле.

«Аҙна һайын – бүләк» конкурсында ҡатнашыр өсөн:
- "Йәшлек"кә һәм берәй район/ҡала гәзитенә 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылығыҙ. Ике гәзиткә яҙылыу мотлаҡ!;
- квитанция копияһын яһап, беҙгә хат менән ебәрегеҙ.

Осраҡлы һайлап алыу ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк. Һөҙөмтәләр һәм еңеүсенең исем-шәрифе һуңынан иғлан ителәсәк.

Конверт тышына яҙыр өсөн адресыбыҙ: 450079, г.Уфа, ул.50-летия Октября, 13, 8-й этаж, редакция газеты "Йэшлек", "Приз каждую неделю!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға