«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йырҙарың ҡалды, күңел әрнетеп...



30.01.2016 Йырҙарың ҡалды, күңел әрнетеп...

Йырҙарың ҡалды, күңел әрнетеп...

Һандуғастың һайрар ғүмере
Ҡырҡ көн, тиҙәр халыҡта.
Моңло ҡоштай булды инде
Һинең йырлы яҙмыш та...
Үҙәк өҙөр йырҙар ҡалды
Һәм яҡты хәтирәләр.
Үкенесле барыбер ҙә
Ерҙән иртә киткәндәр.


Ер йөҙөндә шундай кешеләр була: үҙҙәренең таланты менән бар халыҡҡа бәхет һәм һөйөү өләшә. Мин быға тиклем уның йырҙарына, талантына, тауышына битараф булған кешене осратҡаным юҡ. Һоҡланыу, яратыу, табыныу, танышырға, бер ултырып ихлас аралашырға хыялланыу... Бәлки, уның кеүек ихласлыҡ, тамашасыны яратыу һәм талант менән "йондоҙ" була алмаған бер нисә кеше генә – көнләшеүселәр ҙә барҙыр. Әммә ябай тамашасы уны һәр ваҡыт яратты, көтөп алды, йырҙарын тыңланы...
26 ғинуарҙа, меңәрләгән тамашасыһын хәсрәткә һалып, 36 йәшендә генә Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова яҡты донъя менән хушлашты... Икенсе балаһын тапҡандан һуң уға, өҙлөгөү сәбәпле, бер нисә операция кисерергә тура килә. Тик һаулығы ҡаҡшаған йәш ҡатынды табиптар ҡотҡарып ҡала алмай. Был юғалтыу – ике республика сәнғәте өсөн дә оло фажиғә.
Йырсының күп һанлы тамашасылары интернет селтәрендә был хәбәргә ышаныр-ышанмаҫ ҡына яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ышанырлыҡ та түгел шул, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән бындай хәбәрҙәр йыш булып торҙо. Йырсы уларҙы инҡар итеп, яңы йырҙар менән сәхнәгә сыҡты, концерттарҙа ҡатнашты. Тик, ҡыҙғаныс, был юлы ауыр хәбәр – әсе ысынбарлыҡ...
Вәсиләнең барлыҡ яҡындарының, иренең, балаларының, дуҫ-туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәнең йәннәттә булһын, моңло һандуғас...

Г. ҠЫУАТОВА.

Земфира БАЙБУЛДИНА, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, “Гәлсәр һандуғас” проекты етәксеһе:
– 2001 йылда, “Айҙар” студияһының ун йыллыҡ юбилей концертына әҙерләнгән ваҡытта беҙ уның менән танышып, аралашып, дуҫлашып киттек. Ил буйлап 80-гә яҡын концерт ҡуйырға тура килде, шул саҡта уҡ башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә”не үҙенсәлекле тембр, ҡабатланмаҫ матурлыҡ, тәрән драматизм менән башҡарып, тамашасы күңелен яуланы. “Тыуған яҡ” йыры тиҫтәләрсә йыл дауамында үҙенең популярлығын юғалтмауы йырсының талантын дәлилләй. Дуҫ булараҡ та Вәсилә асыҡ, ихлас булды. Күңелендә бер ваҡытта ла кер тотманы, оҡшамаған йәки ярамаған ҡылыҡ булһа, кешегә һөйләп йөрөмәне, ә йөҙгә бәреп әйтерлек ҡыйыу­лыҡ таба белде. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыны, ауырлыҡтарҙы ла күрҙе. Тамашасы күңелен яулау уға еңел бирелмәне, аяҡ салыу­сылар ҙа табылып торҙо. Әммә ул һәр һынауҙан һабаҡ алып, нығынып, алға ынтылды. Йәлләп, үкенеп иҫкә алырлыҡ түгел, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә беҙҙең күңелдәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Эльмир БУЛАТОВ, “Роксана-Шәреҡ” радиоһының баш мөхәррире:
– Мин Вәсиләнең юҡлығына һаман да ышанмайым. Ҡаты ауырыуға, яҡты донъянан иртә китергә лайыҡ булмаған яҡты, һәйбәт кеше ине.
Уның менән 2004 йылда таныштым. Эстраданан китеп, бер аҙ юғалып торғандан һуң (ундай мәлдәр һәр йырсыла тиерлек була), яңы йырҙар, концерттар менән ҡабат сәхнәгә сығырға ашҡынып йөрөгән мәле ине. Аллаға шөкөр, шул ваҡытта беҙ уға ярҙам ҡулы һуҙа алдыҡ. Концерттар ҙур аншлаг менән үтте, сөнки тамашасы уны һағынып көтөп алды.
Бының сере нимәлә? Вәсилә тормошта ла, сәхнәлә лә ябай булып ҡала белде, ә халыҡ шул ябайлыҡты ярата, күңеле менән шундайҙарға тартыла. Ул тормоштоң төрлө осрағында ла кеше булып ҡалырға көс тапты. Унда кешелек сифаттарының бар яҡшылығы йыйылғайны, бер кем дә уның тураһында насар һүҙ әйтә алмаҫ. Шоу-бизнеста бик һирәк була торған хәл. Бындай кешенең бик иртә китеүе үкенесле, эшләй­һе эштәре, йырлайһы йырҙары күп ине әле.
Һәр кем был осраҡтан һабаҡ алып, ниндәйҙер һығымтаға килергә тейештер, сөнки был донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел.


Фирҙәт ҒӘЛИЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Ноябрь айында "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем алыу шатлығы менән бүлешер өсөн Вәсилә яҡын дуҫтарын өйөнә йыйҙы. Апрель айына яңы концерт программаһы эшләргә, яңы йырҙар яҙҙырырға тип, ашҡынып хыялдар ҡороусы талант эйәһенең бөгөн беҙҙең менән булмауы йөрәкте әрнетә. Ул ире Илгизгә һәйбәт ҡатын булырға тырышты, ҡәйнәһен үҙ әсәһеләй күреп яратты, улы өсөн өҙөлөп торҙо.
Йырсы бер ваҡытта ла кеше һүҙен тыңлап, ғәйбәт һөйләп йөрөмәне, һәр кемгә күңеле аҡ, ниәте яҡшы булды. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер аралыҡты ла һаҡлай белде. Ғаиләһен, яҡындарын кеше һүҙенән, ҙур иғтибарҙан яҡлау өсөн шундай аҙымға барғандыр ул. Ҡатын-ҡыҙ һәр осраҡта ғаилә йылыһын, именлеген һаҡлаусы булып ҡала бит...


Риф АРЫҪЛАН, композитор, “Юлдаш” радиоһының музыкаль мөхәррире:
– “Минең Вәсиләм башҡаса юҡ инде”, – ире Илгиздең төн уртаһында әйткән ошо һүҙе миңә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте, бик оҙаҡ ышана алмай ултырҙым. Яҙмышы Анна Германдыҡына хас: ҡапыл йыр күгендә сағыу йондоҙ балҡыны ла, юҡҡа сыҡты. Әммә уның нуры йырҙар булып бик-бик оҙаҡ балҡыясаҡ әле.
Үҙенең талантының, ғөмүмән, йыр сәнғәтенең бәҫен, тәмен, ғәмен белгән йырсы булды Вәсилә. Репертуарын ҙур иғтибар менән, ентекләп һайлай белде һәм шуға ла уның һәр йыры хитҡа әйләнде, һәр сығышы сағыу тамашаға тиң ине, аншлаг менән үтте. Тәүге йырынан уҡ киң билдәлелек яулағандарға “йондоҙ” ауырыуы хас, әммә был йырсыға ул сифат сит булды. Шул уҡ ваҡытта тамашасы өсөн ул һәр ваҡыт серле ҡатын булып ҡала белде, бәлки, шул сәбәп менәндер, уның тураһында төрлө легендалар күп йөрөнө.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға