«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым



07.05.2015 Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым

Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым
Мин Мәхмүтова Алина Рәүф ҡыҙы булам. 1995 йылдың 18 майында Күгәрсен районының Түбәнге Һапаш ауылында донъяға килгәнмен. Бәләкәй вакыттан уҡыуға ылығам,төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға яратам. Шуға күрә Күмертау ҡалаһының Башҡорт Республика Гимназия интернатын №3 алтын миҙалға тамамлап, Салауат ҡалаһындағы Өфө Дәүләт Нефть техник университетының химия факультетына уҡырға керҙем. Әле ваҡытта 2-се курста уҡыйым. Бар уңыштарым өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым. Ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә теләгем ҙур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға