«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйҙәнең йырлы балҡышы!



22.01.2015 Сәйҙәнең йырлы балҡышы!

Сәйҙәнең йырлы балҡышы!Сағыу ижады, моңло тауышы менән һоҡландырған башҡорт йыр сәнғәте “йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясо­ва 50 йәшлек юбилейына арналған “Йылдарым, уйҙарым, йырҙарым” тип аталған бенефисына саҡыра. Күркәм тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Флүрә Килдейәрова, Ҡондоҙ Ҡаламбаева, “Ант” төркөмө, республиканың билдәле артистары ҡатнаша. Шулай уҡ Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле һәм Башҡорт дәүләт университетының бейеү коллективы сығыш яһаясаҡ. Сәйҙә Ильясованың 29 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә, Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк йыр-моң менән һуғарылған ижад байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға