«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЙӘЙГЕҺЕН ӨФӨЛӘ «НАГАН» ФИЛЬМЫ ТӨШӨРӨЛӘСӘК



12.01.2015 ЙӘЙГЕҺЕН ӨФӨЛӘ «НАГАН» ФИЛЬМЫ ТӨШӨРӨЛӘСӘК

ЙӘЙГЕҺЕН ӨФӨЛӘ «НАГАН» ФИЛЬМЫ ТӨШӨРӨЛӘСӘК Баш ҡаланың «Живая Лента» кинокомпанияһы «Наган» исемле тулы метражлы нәфис фильм төшөрөргә йыйына. Сюжеты буйынса ул хәҙерге ваҡыттағы Өфөнө күрһәтә. Комедияны быйыл май-июнь айында төшөрөү күҙаллана.
Проекттың режиссеры – Булат Йосопов, уның ярҙамсыһы һәм сценарий авторы - Ренад Еникеев. Әлеге ваҡытҡа билдәле композитор Владислав Савватеев фильмдың титр яҙмаларын ижад иткән.
«Живая Лента» кинокомпанияһы 25 ғинуарҙа төшөрөү группаһын йыйыу тураһында иғлан итте. Төп, икенсе пландағы ролдәргә, эпизодтарға артистар, массовка һайлап алыу 1 февралдә иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ. Кандидаттарҙың театрҙа йәки кинола актер тәжрибәһе булыуы хуплана.
Кинокомпания Комсомол урамы, 23, өсөнсө этаж, 24-1 офисы адресы буйынса урынлашҡан. 8-937-359-21-73 телефоны буйынса шылтыратырға ла мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға