НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Заман афәтенә «Юҡ!» тип әйтәйек
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 14:04


2011 йылда Башҡортостандың бөтә мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары наркотик ҡулланыуҙы асыҡлаусы экспресс-тест үтәсәк. Быйыл июндә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдең 2020 йылға тиклем наркотиктарға ҡаршы дәүләт сәйәсәте Стратегияһын раҫлаусы указына ҡул ҡуйҙы. Унда билдәләнгән профилактика саралары араһында йыл һайын диспансерлау сараһы менән ҡулланыусыларҙы наркотик бәйлелектең башланғыс осоронда асыҡлау тураһында ла әйтелгән. Наркотестерҙар ошо юҫыҡта сығарыла ла инде....

"Ағиҙел" ҡыҙҙары һынау тота
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 11:46


Өфөнөң "Ағиҙел" хоккей командаһы ҡыҙҙары Рәсәй беренселегендәге дебют осрашыуҙарын был юлы Силәбелә урындағы "Факел" командаһы менән дауам итәсәк. Әлегә беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҡыуандырғаны юҡ. 12 уйындан һуң, улар иҫәбендә 0 мәрәй. Шайба айырмаһы ла ҡот осҡос... (7-184, дәғүәселәр файҙаһына). "Факел" иһә, 16 мәрәй менән өсөнсө урында урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелергә урын юҡ. Еңеүҙәр алда булыр, әле моғайын....

"Салауат Юлаев" еңеү яуланы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 25-11-2010, 10:13


"Салауат Юлаев" командаһы өйҙәге уңышлы ғына уйындарынан һуң, даими беренселектәге осрашыуын Новокузнецкиҙа дауам итте. һәм бында ла кәрәкле һөҙөмтәгә ирешеп, хужаларҙы 4:1 иҫәбенә еңде. Голдарҙы өфөләрҙән Радулов, Клепиш һәм ике тапҡыр Счастливый индерҙе. Хәҙер юлаевсылар иҫәбендә 27 уйындан һуң 49 мәрәй һәм 6-сы урын. Иртәгә лидерҙар рәтендә килгән Новосибирскиҙың "Себер" хоккейсылары менән осрашасаҡ....

Конкурста еңеүсене билдәләү
Яңылыҡтар таҫмаһы / Медиа // 24-11-2010, 23:09


Конкурста еңеүсене билдәләү Билдәле булыуынса беҙҙең гәзиттә сканворд буйынса конкурс иғлан ителгән ине. Ошо көндәрҙә был конкурстың еңеүсеһен билдәләү(һайлау) булып үтте. Һеҙҙең иғтибарығыҙға ошо ултырыштан онлайн видео күсермәһен тәҡдим итәбеҙ. Ҡатнашалар Давлетбаков Артур, Ҡунафин Мөнир, Венер Исхаков, Ильдар Габитов, Альфия Солтангалеевна ҡтнашалар. Призға - микроволновка - микротулҡынлы мейес!...

БЕҘГӘ ГАСТАРБАЙТЕРҘАР КӘРӘК
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 20:25


Мәскәү ҡалаһында эшләгән гастарбайтерҙарҙың эш хаҡын белеп, бөтә ил «аһ» итте. Баҡтиһәң, ситтән килеп беҙҙә эшләүселәр араһында байлыҡ туплағандар етерлек икән! Атап әйткәндә, гастрабайтер-сәғәт төҙәтеүсе илебеҙ баш ҡалаһында рәсми рәүештә айына 120 мең һум эш хаҡы ала. Сит ил вәкилдәре араһында программистар ҙа бар – уларҙың эш хаҡы 130 мең һум тирәһе. Сит ил банкыларының беҙҙәге филиалдарында эшләүсе гастарбайтерҙарҙың эш хаҡы бөтөнләй миллион һумдар тирәһендә өйөрөлә. Ә инде Мәскәүҙең бер фирмаһында сит илдән килгән белгескә айына 22 млн һум аҡса түләүҙәре бөтөнләй телһеҙ ҡалдыра яҙҙы....

Гүзәл зат үҙгәрә, йәмәғәт!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 17:47


Гүзәл зат үҙгәрә, йәмәғәт!
Аналитиктар үткәргән тикшереүҙәр, һуңғы ваҡытта хеҙмәт баҙарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемләшеүен асыҡлаған. Ул ғына ла түгел, гүзәл зат ҙур компанияларға ла күпләп тәғәйенләнә. Өҫтәүенә, ябай булмаған иҡтисади хәлдән дә көсһөҙ зат вәкилдәре еңелерәк сыға икән. Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының сектор мөдире Михаилом Чернышов та, иҡтисади көрсөк ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урынын ҡырҡа үҙгәртте, тип билдәләй....

Миәкә йәштәренең дә хәҙер үҙ иттифағы бар
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 15:20


Баш ҡалабыҙ Өфөлә йылдан-йыл яҡташтар ойошмаһы барлыҡҡа килә бара, бер район студенттары, йәштәре берләшеп, аралаша, байрамдар ойоштора, күңел аса. Һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарарлыҡ. Ниһәйәт, беҙҙең район да әүҙемлек күрһәтә башланы. Миәкә йәштәре иттифағы барлыҡҡа килеү тураһында хәбәр ишетеп ҡалғас, шатлығымдың сиге булманы. Афарин!
Тиҙҙән тәүге байрамыбыҙ ҙа көтөлә. Беренсе курсҡа уҡырға килеүселәрҙе тәбрикләйәсәкбеҙ. Бөтәһен дә байрамда көтөп ҡалабыҙ...

"Урал батыр" эпосын төрлө телдә
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 14:50


Өфө ҡалаһында "Урал батыр"ҙы һөйләүселәрҙең I республика конкурсын уҙҙы. Уны Мәғариф министрлығы менән берлектәЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ойошторҙо. Конкурста республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, урта һәм юғары уҡыу йорто студенттары ла бар....

Милицияға - сит ил автомобилдәре
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 14:47


Башҡортостан милицияһына өр-яңы машиналар бирелде. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған машиналарҙың моделдәре төрлө, сит илдекеләре лә бар.
Яңы машиналар республиканың төрлө урындарында эшләгән милиционерҙарға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры Игорь Алешиндың ҡулынан авто асҡысын алыу бәхете Салауат, Ишембай, Ағиҙел, Дәүләкән һәм Баймаҡ ҡалалары, Әлшәй районыны вәкилдәренә эләкте....

Башҡортостанда сарматтар ҙа йәшәй
Яңылыҡтар таҫмаһы // 24-11-2010, 14:31


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә сарматтар йәшәүе асыҡланған. Переписчик милләт тураһында мәғлүмәтте граждандың һүҙҙәренән сығып ҡына яҙа ала, тип Алдан күп тапҡырҙар әйткәйнек инде. Бына шул һөҙөмтәлә замананың яңы сарматтары барлыҡҡа килгән. Уларҙың теүәл һаны рәсми һөҙөмтәләр яһалғас билдәле буласаҡ.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM