НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-04-2018, 14:38


Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте«Һин супер» проектының беренсе турының һуңғы һигеҙенсе сығарылышы ваҡытында НТВ телеканалы эфирында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Башҡортостандан килгән 15 йәшлек ҡыҙ өсөн тәүге тапҡыр шоуҙың ҡағиҙәләре үҙгәртелде. Рәүил ауылынан Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йырын башҡарҙы, ләкин бер жюри ағзаһы, Владимир Пресняков ҡына, йәшел төймәгә баҫты. Ҡыҙ сығыш яһау өсөн йырҙы дөрөҫ һайламаған, тигән фекергә килде уның коллегалары һәм унан халыҡ йырын башҡарыуҙы һораны. Яҡташыбыҙ башҡорт йырын йырлап күрһәткәндән һуң, Сергей Лазарев, Юлианна Караулова һәм Игорь Крутой йәшел төймәгә баҫты һәм ҡыҙҙың халыҡ йырҙарын башҡарыу һәләте ҙур булыуын билдәләне.
...

Чебурек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2018, 06:00


Чебурек
1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 стакан эҫе һыу кәрәк.
Йомортҡаға тоҙ һалып күпергәнсе туҡырға, он, көнбағыш майы ҡушыр­ға, эҫе һыу ҡойоп, ҡамыр баҫырға һәм ярты сәғәткә ултыртып торорға. Эслек өсөн үткәрелгән иткә тоҙ, күп кенә итеп һуған турап һалабыҙ. Чебуректар эшләп, майҙа ҡыҙ­ҙырырға....

Бөгөн бар донъя Мобиль телефон көнөн билдәләй
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-04-2018, 15:40


Бөгөн бар донъя Мобиль телефон көнөн билдәләй
Теүәл 45 йыл элек, 1973 йылдың 3 апрелендә "Motorola" компанияһының инженеры Мартин Купер Motorola DynaTAC 8000X телефонынан өйҙән үҙенен офисына шылтырата (беренсе һүрәттә)
Шунан алып тотоп йәки кеҫәгә һалып йөрөтмәле элемтә сараһы үҫешә башлай. СССР был юҫыҡта 50-се йылдарҙан эшләһә лә, юғары технологияларҙан артта ҡала, өмөтлө йүнәлеште үҫтерә алмай.
Беренсе телефон Motorola DynaTAC 8000X ауырлығы 2,5 килограмм була. Ә хәҙергеләре 100 грамға ла барып етмәй.
Беҙҙең тормошҡа кәрәҙле телефондар 2002-2006 йыл арауығында инде. Тап шул мәлдә махсус һатыу салондары асылды, таулыраҡ урындарға вышкалар ҡуйылды, реклама ла үҙенекен эшләне. Телефон ҡиммәтле аксессуарҙан көн дә кәрәкле әйбергә әйләнде.
Әйҙәгеҙ иптәштәр тәүге телефондарыбыҙ тураһында һөйләшәйек. Улар тәүге мөхәббәт кеүек - бер ҡасан да онотолмай....

31 март
Яңылыҡтар таҫмаһы // 31-03-2018, 08:00


31 март
Ошо көндә Төньяҡ Америка ҡитғаһында беҙҙең бәләкәй генә бер “мөйөшөбөҙ” булыр ине. Әгәр Алясканы һатмаһаҡ. 1867 йылдың 30 мартында Вашингтонда Рәсәйҙән Алясканы һәм Алеут утрау­ҙарын 7,2 миллион долларға һатып алыу тураһында Рәсәй – Америка килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Һатыу тураһында ниәт 1853 йылда барлыҡҡа килә. Бәлки, кемдер унан да алдараҡ уйлаған булғандыр. Әммә Көнсығыш Себерҙең генерал-губернаторы Николай Муравьев-Амурскийҙың тәҡдимен нығыраҡ “ишетәләр”.
Алясканы донъя өсөн рус экспедицияһы асҡан. Шуға ла Рәсәйҙеке һаналған, имеш. Һатылған ваҡытта унда, 2500 Рәсәй кешеһенән тыш, яҡынса 60 мең индеец һәм эскимос йәшәгән.
XIX быуат башында Аляска ҡиммәтле тиреле йәнлектән килем килтергән, тик ярты быуат тирәһе үткәс, был алыҫтағы төбәкте “аҫрау” үҙен аҡламай башлаған. Башҡа сәбәптәр ҙә табылғандыр инде, һатыу тураһында фекер береһенең ”эсенә инеп ҡунғас”.
Шулай итеп, 1866 йылдың декабрендә император Александр Икенсе, кенәз Константин, финанс, диңгеҙ министрҙары, Рәсәйҙең АҠШ-тағы илсеһе ҡатнашҡан кәңәшмә үткән дә, бөтәһе лә һатыу ниәтен хуплаған. Өс айҙан килешеү проекты әҙер булған һәм 30 мартта уға ҡул да ҡуйылған. Алтынлата 7,2 миллион долларға торошло булған Аляска. Беҙҙең бөгөнгө аҡсаға күсергәндә яҡынса 27,5 миллиард һум.
...

Кириешки менән салат
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 31-03-2018, 07:30


Кириешки менән салат
Тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат. Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫлан­ған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла....

Яңауыл районында «Урал батыр байрамы» үтәсәк
Яңылыҡтар таҫмаһы // 29-03-2018, 11:53


Яңауыл районында «Урал батыр байрамы» үтәсәк
Иртәгә Яңауыл районының Киҫәк-ҡайын ауылында «Урал батыр байрамы» үтәсәк. Уны БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең Яңауыл филиалы, Яңауыл районының Башҡорттар ҡоролтайы һәм муниципаль район хакимиәте ойоштора.
Программала: мосолмандарҙың «Ҡорбан салыу» йолаһы, милли «Көрәш» буйынса ярыштар, халыҡ уйындары һәм йолалары.
Байрамда концерт программаһы, боронғо «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡыу, милли ашамлыҡтар һәм халыҡ оҫталары-кәсепселәр эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Сарала Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активистарын иҫтәлекле бүләктәр һәм туған телдәрҙе һәм милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләү ҡаралған....

Олег Анофриев мәрхүм булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-03-2018, 17:39


Олег Анофриев мәрхүм булды
Кумирҙар китә - бөгөн совет һәм Рәсәй театры һәм киноһы актеры, йырҙар авторы һәм йырсы Олег Анофриев мәрхүм булды....

#Заперто - ҡайҙа бикле, шуны хәбәр ит!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-03-2018, 10:50


#Заперто - ҡайҙа бикле, шуны хәбәр ит!Рәсәй халҡы социаль селтәрҙәрҙә #Заперто акцияһына ҡушылды. Ул Кемероволағы сауҙа үҙәгендәге янғын кеүек ваҡиғаларҙы иҫкәртеү маҡсатында үтә.
Акцияла ҡатнашыусылар запас йәки авария сығыу урындары ябыҡ булған урындар тураһында хәбәр итә ала. Бер юлы уларҙың адрестарын һәм фотоларын һалыу кәрәк. Яҙма #Заперто хештегы аҫтында урынлаштырылырға тейеш.
Флешмобты Красноярск халҡы башланы, Екатеринбург һәм Ростов ҡушылды ҡушылды.
Дуҫтар-төркөмдәштәр! Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Мәктәп, клуб, магазин, кинотеатр, сауҙа үҙәге, вокзал - кеше күп йөрөгән урындарҙы ҡарағыҙ, фотоға төшөрөгөҙ, пост итеп һалығыҙ! Оло бәләләрҙе алдан иҫкәртәйек!...

РӘСӘЙЕМДӘ ФАЖИҒӘ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-03-2018, 09:47


РӘСӘЙЕМДӘ ФАЖИҒӘ
Күпме өмөт, уй-хыялдар
Киләсәккә төҙөлгән.
Бар хыялдар, серек ептәй
Ҡапыл ғына өҙөлгән.
Күпме бала ҡалған йәтим,
Күпме әсә-балаһыҙ.
Күпме һөйгән ҡосмаҫ йәрен,
Нисек ситтә ҡалаһың!?
Ҡайғы баҫҡан Тыуған Илде,
Рәсәйемдә, фажиғә.
Ҡайғыларҙы уртаҡ бүлеү
Беҙҙең илдә ҡағиҙә!
Күргәндәргә сабырлыҡтар-
Түҙемлектәр теләйек.
Күрмәгәнгә-күрһәтмәһен,
Тәүбәгә беҙ киләйек!

тип яҙа Хәлиҙә апай Ишдәүләтова...

28 март Рәсәйҙә Матәм көнө тип иғлан ителде
Яңылыҡтар таҫмаһы // 27-03-2018, 15:27


28 март Рәсәйҙә Матәм көнө тип иғлан ителде
Рәсәй Президенты Владимир Путин 28 март көнөн милли матәм көнө итеп иғлан итте.

Бөгөн ил башлығы Кемерово ҡалаһында булды һәм ҡот осҡос фажиғә урынындағы мемориалға сәскәләр һалды....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM