НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Юлдар, юлдар, Өфөнөң насар юлдары
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-04-2017, 17:02


Өфөлә йәшәүсе Тимур Зәкәриев исемле егет баш ҡаланың насар торошло юлдары тураһында видео ролигы төшөргән.

Видеола Аврора, Менделеев, Генерал Горбатов, Ладыгин, Рәсәй, Перовская, Кувыкин, Ленин, Зорге, Сипайлово урамдары, Октябрь һәм салауат Юлаев проспекттарының соҡор-саҡыры күрһәтелгән. Автомобилселәр уларҙы юл ҡағиҙәләрен боҙа-боҙа урап үткәне күренә....

Альбина Әхтәмова икенсе вице-мисс исемен яуланы!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-04-2017, 11:18


Альбина Әхтәмова икенсе вице-мисс исемен яуланы!"Мисс Рәсәй - 2017" матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаған Альбина Әхтәмова икенсе вице-мисс исемен яуланы!

Альбина Красноусолда тыуып үҫкән, ӨДАТУ магистратураһында уҡый. Еңеүсене ҡотлайбыҙ!...

Башҡорт теле – минең телем
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 17-04-2017, 11:15


Башҡорт теле – минең телемМинең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...

Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
...

Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 15-04-2017, 13:16


Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәкҠайныбыҙ Айытбай һәм бейемебеҙ Рәхимә Ҡәҙерғоловтар балаларын, бәхет нигеҙе – тырыш хеҙмәттә, тип тәрбиәләй

Мул һыулы, гүзәл тәбиғәтле Ейәнсура ерендә егәрле матур ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәүсе ҡайным Айытбай Кинйә­бай улы һәм бейемем Рәхимә Сәйеткәрәй ҡыҙы Ҡәҙерғоловтар....

Башҡортостанға циклон яҡынлаша: көн һыуытып ҡар яуасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 14-04-2017, 12:05


Башҡортостанға циклон яҡынлаша: көн һыуытып ҡар яуасаҡБыл ялдарҙа республика бик әүҙем циклон аҫтында ҡаласаҡ. Ул көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә булып, ҡар ҡатыш ямғыр алып киләсәк. Шәмбелә һауа температураһы көндөҙ +4,+9 градус, иртәгеһенә +1, +7 торасаҡ....

Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе
Яңылыҡтар таҫмаһы // 14-04-2017, 10:21


Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура линия ойошторолдо. Төбәк халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ике сәғәт ярымдан ашыу дауам итте, тиҫтәләгән һорау бирелде. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Бөтә Өфө», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин булды.
...

Рөстәм Хәмитов Өфөләге "хрущевка" йорттарын һүтеү буйынса пландар менән уртаҡлашты
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2017, 21:23


Рөстәм Хәмитов Өфөләге "хрущевка" йорттарын һүтеү буйынса пландар менән уртаҡлашты
- Үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында төҙөлгән биш ҡатлы йорттарҙы һүтеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Беҙҙең халыҡ заманса, уңайлы, лифтлы, инвалидтар өсөн пандуслы, комфортлы яҡшы тормошҡа лайыҡлы.
Беҙгә авариялы торлаҡтан граждандарҙы күсереү программаһындағы кеүек федераль кимәлдән ярҙам күрһәтһәләр яҡшы булыр ине. Был һорау тиҙҙән хәл ителер тип уйлайым, - тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы....

Рөстәм Хәмитов “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2017, 20:50


Рөстәм Хәмитов “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙәрҙә донъя күргән үҙенең отставкаға китергә йыйыныуы тураһындағы хәбәргә ҡарата фекерен белдерҙе.

“Социаль селтәрҙәргә һирәк күҙ һалам. Мөмкинлек булғанда мәғлүмәттәрҙе уҡып барам, шул иҫәптән үҙем тураһында ла. Кисәнән алда ниңәлер отставкаға китергә тейеш булғанмын. Шул хаҡта уҡыным. Ҡайһы бер коллегаларыбыҙҙың фантазияһы бик бай, әлбиттә. Быны шаяртыу тип ҡабул иттем. Эшемде дауам итәм. Мине биш йылға һайланылар, был йәһәттән барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы”, – тип белдерҙе ул....

Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 13-04-2017, 13:11


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошлоРайхана һәм Сабир Күжәбаевтар хеҙмәттә лә, донъя көткәндә лә һынатмай
Ҡәҙерле кешеләребеҙ хаҡында яҙып, уларға оло хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек биргән “Йәшлек”кә ҙур рәхмәт! Минең ҡайны-ҡәйнәм, Райхана һәм Сабир Күжәбаевтар, бына инде 35 йыл Бөрйән районының Әтек ауылында татыу өлгөлө ғаилә булып йәшәй.


...

Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-04-2017, 12:06


Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”Айгүзәл Сабур ҡыҙы Оморҙаҡова булам. 1997 йылдың 20 апрелендә, яҙ ергә ныҡлап аяҡ баҫҡанда, Әбйәлил районының йәмле Асҡар ауылында донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курсында белем алам.
Бала саҡтан йыр, шиғриәт менән мауығам, инша яҙырға яратам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадаларында ҡатнаштым. Әле лә университетта уҙғарылған төрлө саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам.
“Йәшлек ” – яратып уҡыған гәзиттәремдең береһе. Мәктәптә уҡыған осорҙа “Йәншишмә” гәзитендә байтаҡ шиғыр, мәҡәләм донъя күрҙе. Шуға ла тормош девизым – Рәми Ғариповтың: “Кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡасан да артыҡ булмаһын”, – тигән шиғыр юлдары. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләргә файҙалы булырға теләйем....


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)



  • Радио Юлдаш FM