НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым, Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-03-2017, 10:15


“Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым, Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом”Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы тормошта ла, ижадта ла ихласлыҡты ярата

Беҙ уның менән 20 йылдан ашыу бер коллективта эшләйбеҙ. Матур күңелле, алсаҡ йөҙлө хеҙмәттәшебеҙҙе барыбыҙ ҙа ихтирам итәбеҙ. Уның менән теләгән темаға иркен һөйләшергә мөмкин. Һәр ваҡыт үҙ фекерен еренә еткереп әйтә белә. Һөйләмдәре шундай төҙөк. Атаһы һымаҡ талғын ғына һөйләшә. Атаһы менән бик ғорурлана һәм ныҡ ярата. Ул – бөйөк халыҡ шағирының ҡыҙы. Исеме – Хаят. Әсәһе яратып, тормош тигән мәғәнәгә эйә булған ошо үҙенсәлекле, матур исемде ҡушҡан. Һүҙебеҙ меңдәрсә әҙәбиәт һөйөүсенең кумиры булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы Хаят Йәрмөхәмәтова тураһында. Атаһының тыуыуына – 85, вафат булыуына 40 йыл тулған көндәрҙә Хаят менән әңгәмәләштек. Уны түкмәй-сәсмәй һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ....

Дөгө бәлеше
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 6-03-2017, 11:49


Дөгө бәлеше1 стакан йылы һөткә 200 грам иретелгән аҡ май, 50 грамм шәкәр, самалап тоҙ, 3 йомортҡа, 10 грамм ҡоро сүпрә һалып бутап, яйлап ҡына он һала-һала уртаса ҡатылыҡтағы ҡамыр баҫырға. Эслек әҙер булғансы уны йылы урынға ултыртып торор­ға кәрәк.
Эслек өсөн 3 стакан дөгө ярмаһын тоҙло һыуҙа 10 минут тирәһе бүрттереп алырға ла (уттан алғас, тағы ла 5 минут ҡайнар һыуҙа тоторға була), һалҡын һыу менән сайҡатырға. Уға 300 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, сама менән шәкәр, эҫе һыуҙа ебетелгән күрәгә, йөҙөм, ҡара емеш һалып бутарға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙур һәм бәләкәйерәк йәймәләр йәйергә. Ҙурын майлан­ған табаның ситтәренә сығырлыҡ итеп йәйеп, эслекте һалыр­ға. Өҫтөнә икенсе йәймәне йәйеп, ситтәрен йәбештерергә.
Бәлеште 45 минутҡа духовкаға бешерергә ҡуйырға. Төҫө матур булһын өсөн бешер алдынан ғына өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһы һөртөргә була.

Г. ҠЫУАТОВА әҙерләне....

Берҙәмлектә беҙҙең көс
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 6-03-2017, 11:02


Берҙәмлектә  беҙҙең көсМин Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡыйым. Музыканы үҙ итәм: сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музы­канттар­ҙың бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алырға, Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булырға яҙҙы. Республика кимәлендәге ҡурайсылар байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем. Халҡымдың “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөл­нәзирә”, “Ҡарабай” кеүек көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй, тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет....

"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-03-2017, 10:20


"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар25 йыл элек, “Йәшлек” гәзите башланғысы менән, республикала тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы үткәйне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының мөһабәт сәхнәһенә сығып, тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының матурлыҡ өлгөһө булып сығыш яһаған ҡыҙҙарҙың батырлығына таң ҡалырлыҡ ине. Бөгөн, аҙналар буйы ойоштороусылар ярҙамында репетиция яһап, сәхнәлә игеҙәктәр кеүек бер иш 15 – 16 ҡыҙ йөрөһә, ул заманда ете ҡыҙ ике сәғәт буйы тәүге “Һылыуҡай” таҫмаһы өсөн көс һынашты.
Бөгөн тәүге һылыуҡайҙар ҡайҙа йәшәй? Нимә менән шөғөлләнә? Ниндәй эштәре менән башҡорт милләтен данлай? Ошо һорауҙар менән уларҙың һәр береһенә мөрәжәғәт итеп, яуаптар алдыҡ....

Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 1-03-2017, 16:59


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр
Ҡәйнәм Әлфиҙә, өлкән ҡәйнәм Еҙбикә һәм ҡайным Ғәлимйән йыр-моңға маһирлығы, донъя көтөргә әүәҫлеге менән беҙҙе һоҡландыра

“Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам” конкурсы хаҡындағы мәғлүмәтте күреп ҡалғас, үҙемдең ҡайным-ҡәйнәм тураһында яҙырға булдым. Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре....

Майлы ҡоймаҡ ҡойоү сере
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 28-02-2017, 13:05


Майлы ҡоймаҡ ҡойоү сереБөгөн бөтә донъяла Майлы Шишәмбе көнө билдәләнә! Был байрамды майлы ҡоймаҡ бешереп үткәрергә тәҡдим ителә. Һеҙҙен өсөн Фирҙәүес Кәримованан ҡоймаҡ рецебы:
1 литр hөткә 0.5 литр (0.5 л банка) йылымыс hыу. Шуга 2 сәй ҡалағы пакмай, 3 с.ҡ. шәкәр кушырға, ҡоймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырга. Масса әсеп, купереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, 1 аш ҡалагы тулыр-тулмаҫ тоҫ ҡушабыз. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпсеп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башлаhан да була.
Мин бер ыңгай ике табала ҡоям. Ҡалын төплө табалар отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән ҡоймаҡтарҙы hыйыр майы менән майлап, ҡатлап hалып барам. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә куренмәле килеп сыга....

Ир-егеттең аҫылдары!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 27-02-2017, 12:18


Ир-егеттең аҫылдары!“Минең батырым” конкурсында ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тиергә була
Хөрмәтле йәмәғәт, күптәрегеҙҙең “Йәшлек” иғлан иткән конкурстарҙа үҙен һынап ҡарағаны бар. Рәхмәт һеҙгә! Шундай әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән һәр ярыш ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле үтә. Конкурсты башлап ебәрерлек байрамдар, яҡшы ваҡиғалар ҙа булып тора бит әле ул, рәхмәт төшкөрө....

Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:34


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында биш тиҫтә йылдан ашыу матур ғүмер кисереүсе ҡайны-ҡәйнәбеҙ Мөхтәр һәм Мәрғүбә Сафиуллиндарҙың, татыу йәшәгеҙ, тигән наказын тотоп, гөрләтеп йәшәйбеҙ....

«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
Объявления / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 21-02-2017, 17:33


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»Бөтә ил менән көтөп алған Яңы йылды ҡаршылап, уны иҫкесә лә, ҡытайса ла билдәләп, инде ныҡлап эшкә сумыуға беҙҙе тағы ла байрамдар көтә: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар, 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Тәүгеһен халыҡ – ир-ат, икенсеһен ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип ҡабул итә.
Ошо ике ҙур байрам алдынан «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» тип аталған өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Исеменән үк күренеүенсә, маҡсатыбыҙ – гәзит уҡыусыларға тормош көткәндә ҙур таяныс булған, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашҡан, йәшәү тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан ҡайны-ҡәйнәләренә рәхмәт белдереү мөмкинлеге биреү.
Бәйгенең шарттары ябай ғына: ҡайны-ҡәйнәгеҙҙең, һеҙгә ярҙам итеүҙән тыш, ярат­ҡан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормош принцибы һәм башҡа өлгө булырлыҡ сифаттары һәм мотлаҡ тормошоғоҙҙа һеҙгә онотолмаҫлыҡ һабаҡ биргән ваҡиға тураһында редакцияға йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы хат ебәрергә кәрәк. Уға ҡушып, ғәзиздәрегеҙҙең сифатлы фоторәсемдәрен дә һалыр­ға онотмағыҙ. Яҙмағыҙҙың күләме өс биттән артмаһын. Конверт ты­шына «Конкурсҡа» тигән билдә ҡу­йығыҙ. Хатығыҙҙы «Йәшлек»тең электрон почтаһына ла – ye02@yandex.ru һала алаһығыҙ.
Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Мөхәрририәт....

Мине киләсәк борсой
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-02-2017, 17:29


Мине  киләсәк борсойХыял... Хыял ҡанатландыра, уйға һала, әйҙәй, бейеклектәргә саҡыра, битараф булмаҫҡа өндәй… Хыял… Ниндәйҙәре генә юҡ улар­ҙың… Мин уны мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына, ҡабарып ҡына торған, ап-аҡ, сафлыҡ бөркөп торған итеп күҙ алдыма килтерәм. Хыялланып йәшәү, алдыңа маҡсаттар ҡуйып йәшәү шәп бит ул!

Бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өлә­сәйем: “Йәне бар кеше хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
IX класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хә­ҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?.....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!
  • Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM